Главная / Новости / Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!

Иглин районының йәш актерҙары – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!

Иглин районының йәш актерҙары – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аҡ тирмә” өлгөлө башҡорт фольклор коллективы “Дуҫлыҡ каруселе” конкурсында “Театр ижады” номинацияһында I урын яулаған. Ә коллективтың етәксеһе Лилиә Ғәлимйәнова “Биҙәү-ҡулланма ижад” номинацияһында икенсе дәрәжә лауреат булған.
Иглин районының йәш актерҙары – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Иглин районының йәш актерҙары – Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә “Дуҫлыҡ каруселе” Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы Новгород өлкәһендә үтте. Фестивалдә 257 коллективтан 2500-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Балалар конкурста башҡорт милли йолаһын күрһәтһә, коллектив етәксеһе башҡорт милли ҡурсаҡтары менән таныштырған. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Баныу Ҡаһарманова
Фото: Л.Ғәлимйәнова.